САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2020, 11:53

Ғаилә ярыштары

Спорт һәм сәләмәтлек ун көнлөгө сиктәрендә Кушнаренко ауылындағы хоккей майҙансығында, йылдағыса, ғаилә ярыштары үтте.
Был юлы йәш хоккейсыларҙың ата-әсәләре балалары уйнағанды күҙәтеүсе булып ҡына ҡалманылар, үҙҙәре лә мауығып уйынға бирелделәр.
Майҙансыҡты иң тиҙ әйләнеп сығыуға уҙышыу, иң матур буллит конкурсы, эстафеталар үткәрелде. Унан балалар һәм ата-әсәләр ике командаға бүленде. Матч бик күңелле килеп сыҡты.
Барыһы ла ярыштарҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Һәр кемгә бүләк тапшырылды.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: