САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2020, 16:28

Йәшә, театр!

Үткән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителгәйне. Ватаныбыҙҙың театр традициялары һәм ҡаҙаныштарын һаҡлау һәм популярлаштырыу, театр эшсәнлеге мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү – уның төп маҡсаттары булды.
Районыбыҙҙа һәүәҫкәр драма коллективтарының смотры ойошторолдо һәм мәҙәниәт-спорт комплексында уның йомғаҡлау туры үтте. Тематик йылды ябыу тантанаһында мәҙәниәт учреждениеларының барлыҡ театр һәм драма түңәрәктәре ҡатнашты.
Йыл район артистары өсөн төрлө сараларға бай булды. «Миҙгелдәр» ҙур сәхнәләрҙә лә сығыш яһаны.
Театр йылы тамам. Әммә был яҡташ артистарыбыҙҙың яңы сығыштарын башҡаса күрә алмаясаҡбыҙ, тигән һүҙ түгел. Алда беҙҙе яңы сығыштар, яңы тамашалар, театр донъяһы менән ҡабат осрашыуҙар көтә әле!
Читайте нас: