САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2020, 11:53

Шиғри һүҙ ҡәҙерен кесе йәштән үк белһендәр өсөн

Ошо көндәрҙә Саҡмағош балалар моделле китапханаһында ҡунаҡта “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы кескәйҙәре булды. Улар өсөн бында “Рухи именлек һаҡсыһы” тип исемләнгән әҙәби викторина әҙерләп үткәрелде. Ул күренекле башҡорт шағирәһе Факиһә Туғыҙбаеваның 70 йәшлек юбилейына арналды. Сара “Туған һүҙгә 100 аҙым” проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Китапханасы балаларға әҙәби һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ шағирәһенең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләп, республикала уның әсәрҙәре иң уҡымлыларҙан булуы тураһында ла билдәләне. Бынан тыш, кескәйҙәр Фаҡиһә Хаҙый ҡыҙының улар яратҡан “Аҡбуҙат” журналын нәшер итергә тәҡдим итеүе һәм оҙаҡ йылдар унын мөхәррире лә булуы, үҙе лә йыш ҡына балалар өсөн әсәрҙәр ижад итеүе тураһында белделәр. Осрашыу ахырында кескәй малайҙар һәм ҡыҙҙарға Факиһә апайҙарының “Беҙҙең ғаилә”, “Кәнфит”, “Ҡар Бабай”, “Ҡуян күстәнәсе”, “Рәссәм” шиғырҙары уҡып ишеттерелде һәм “Аҡбуҙат” күңелле физкультура күнегеүҙәре үткәрелде.

Илмира Шәфиҡова,

Илһөйәр Ғайсина.
Читайте нас: