САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2020, 18:35

Рәжәптәр сәламәт тормош яҡлы!

Рәжәп ауыл Советы ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҡышҡы көндәрҙе сәләмәтлек өсөн файҙалы итеп үткәрергә ынтыла. Саф һауала санғыла шыуып, матур тәбиғәт күренештәре менән хоҙурланыу үҙе үк яҡшы кәйеф һәм күңел күтәренкелеге сығанағы ул. Күптән түгел ауыл биләмәһе хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре, Рәжәп урта мәктәбенең уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы бергәләп саңғыла шуу буйынса спорт сараһын ойошторҙолар. Ҡышҡы матурлыҡ донъяһына был сәйәхәт унда ҡатнашыусылар өсөн файҙалы ла, күңелле лә булды.
Читайте нас: