САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2020, 18:33

Ҡар урынына... шиғыр яуҙы

Ошо көндәрҙә Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш китапханаһында ауыл клубы менән берлектә шиғыр яратыусы ауылдаштар өсөн матур кисә – акция үтте. Был лирик кисә алдынан яуған ҡар бөртөктәре рәүешендәге күргәҙмә эшләнде. “Осоп барыусы” ҡоштар ҡанаттарына һәм ҡар бөртөктәренә шиғырҙар яҙылды. Был көндө китапханаға килгән өлкән быуын вәкилдәре, йәштәр һәм балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән А.Пушкин, С.Есенин, А.Фет, М.Кәрим, Р.Миңнуллин һәм башҡа шағирҙәр әсәрҙәрен уҡынылар. Улар шулай уҡ баласаҡта ятланған шиғырҙарын да искә төшөрҙөләр. Ҡышҡы кисә илаһилығын ауылдашыбыҙ, әлеге ваҡытта Италияла ғүмер итеүсе Рәмзиә Шәрәфетдинова (Зиннәтуллина) шиғырҙары ла арттырып, үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Уның ижад емештәре тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған.

Кисәлә ҡатнашыусылар был саранан ҙур ҡәнәғәтлек хисе тойоп, күтәренке кәйеф менән йорттарына ҡайтып китте.
Нәсимә Бәҙәмшина,

китапханасы.
Читайте нас: