САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2020, 13:18

Юл ҡағиҙәләрен белеү мөһим

«Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы юлда үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтеүгә етди иғтибар бирелә. Был темаға төрлө саралар үтә. «Минең әсәйем – автоледи» иртәһе лә шуны маҡсат итеп ҡуйҙы.
Әсәләр өсөн күп бәйгеләр ойошторолдо. Улар бик ҡыйыу булып сыҡты. Гөлшат Сәхәпова, Эльвира Иҙрисова, Людмила Вәлиева, Эльвира Ахунова, Айгөл Арыҫланова һәм Лена Ғәләүетдинова барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтте.
Барыһының да юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүҙәре билдәләнде. Әсәләрҙең һәр ҡайһыһы төрлө номинацияларҙа иҫтәлекле диплом менән бүләкләнде.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: