САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2020, 12:39

Яңы проекттар

Муниципаль район хакимиәте башлығы үткәргән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә металдан төҙөлөш материалдары – профнастил, сайдинг һәм башҡаларҙы етештереүҙе ойоштороу проекты ҡаралды.
Проектты тәҡдим итеүсенең был өлкәлә эш тәжрибәһе бар. Ул Кушнаренко ауылында металдан яһалған әйберҙәрҙе күмәртәләп-ваҡлап һатыу менән шөғөлләнә. Шаҡтай клиенттар базаһы туплаған. Дүртөйлө, Өфө, Саҡмағош һәм Бөрө райондарында ике тиҫтәгә яҡын төр продукция менән сауҙа итә.
– Проект өмөтлө, уны ғәмәлгә ашырғанда районда өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ, – тине район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: