Районыбыҙҙа 90 йәш сиген үткән өлкәндәрҙе ҙурлап ҡотлау күптән инде матур традицияға әүерелде. Ошо көндәрҙә Тайнаш ауылында ғүмер итеүсе Әлфиә Мөхәмәтйән ҡыҙы Рәхимова ошондай күркәм ғүмер байрамын билдәләне. Уны тыуған көнө менән Тайнаш ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Х.Р.Исхаҡов, ветерандар советы рәйесе М.Х.Ғарипов, китапхана һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йортона барып ҡотланы.
Ауыл Советы етәксеһе ветеранды ҡотлап, изге теләктәр еткерҙе һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың телеграммаһын һәм истәлекле бүләк тапшырҙы. Г.Ханова менән И.Хәмиҙуллин уны шиғри юлдар менән тәбрикләне һәм йыр бүләк итте. Әлфиә инәй үҙенә күрһәтелгән иғтибар һәм хөрмәткә бик тә күңеле булып, ҡотларға килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Оҙон тормош юлын үткән апай быға, һис шикһеҙ, лайыҡ. Уның бөтә ғүмере ошо ауылда үткән. Ул урындағы “Герой” хужалығында төрлө эштәр башҡарған. Тормош юлдашы менән дүрт балаға ғүмер биреп, хеҙмәткә өйрәтеп үҫтергәндәр. Уларҙын улдары һәм ҡыҙы ла туған ауылдарында йәшәй. Ул хәҙер балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисерә.