САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2020, 18:00

Илештәр булдыра!

Өфөнөң Ҡ.Ә.Дәүләткилдиев исемендәге республика интернат-гимназияһында татар, сыуаш, мари, удмурт тел һәм әҙәбиәттәр буйынса республика олимпиада һының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Унда илештәрҙә әүҙем ҡатнашып, Баҙытамаҡ мәктәбенән «Татар телдәре һәм әҙәбиәттәре йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе Ильмера Ахунованың уҡыусылары Алһыу Хәмиҙуллина менән Зилиә Шәйхелисламова әлеге мәртәбәле бәйгелә ҙур еңеү яуланы.
Рина Маликова (Дөмәй урта мәктәбе, уҡытыусыһы – Фәйрүҙә Йыһанурова), Илнария Насретдинова (Үрге Йәркәйҙәге дүртенсе урта мәктәп, Фмрүҙә Шәмсиева), Алина Шириева (Үрге Маншыр урта мәктәбе, Рима Юнысова) призерҙар исеменә лайыҡ булды.

Читайте нас: