САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2020, 13:02

Еңеү һалдаттары

Яңы башланған 2020 йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай буласаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү – шуларҙың иң күренеклеһе. РФ Президенты Владимир Путин яңы башланған йылды Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан итте.

Илебеҙ етәксеһе билдәләүенсә, йәш быуынға ветерандарға ихтирам һәм тарихи хәтер тапшырыу бик мөһим. Һәр йыл беҙҙе ул дәһшәтле һәм шанлы осорҙан һаман да йыраҡлаштыра, уның тере шаһиттары кәмегәндән-кәмей бара. Йәш быуын ата-бабаларыбыҙ ҡан түгеп яулаған Бөйөк Еңеү көнөн – 1945 елдың 9 майын, беҙҙең бәхетле тормошобыҙ хаҡына ғүмерҙәрен биргән ҡаһармандарҙың исемдәрен онотмаҫҡа тейеш.

Беҙ һеҙҙе хәтерләйбеҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары! Был хатты беҙ Өфө ҡалаһында йәшәүсе Илнур Хафизовтан алдыҡ. Ул үҙенең ҡартатаһы тураһында яҙған: «Минен ҡартатайым гвардия өлкән лейтенанты Әнүәр Ғәлиулла улы Хафизов һуғыш юлын рядовой сапер булып башлай. Бөйөк Еңеү көнөн танк экипажы командиры булып, Берлинда ҡаршылай. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» «Берлинды алған өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Ул Яңы Ҡормаш ауылында йәшәп, 1995 йылда вафат булды. Беҙ ҡартатайыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм бәхетле тормошобыҙ өсөн уға ихлас рәхмәтлебеҙ».

Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: