САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар 2020, 16:56

Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр арта

Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров тәҡдиме менән былтыр төбәктең һәр муниципалитетында үткәрелеп килгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” быйыл да дауам итә. Яңы йылдан һуң уның тәүгеһе кесаҙна, 9 ғинуарҙа үтте. Унда бер тәҡдим тикшерелде. Проектты тәҡдим итеүсе райондаштарыбыҙ бал ҡорттарын үрсетеү эшсәнлеге менән ике йылдан артыҡ шөғөлләнә һәм берни ҡәҙәр тәжрибә туплағанан һуң эшсәнлектәре даирәһен киңәйтергә ниәтләгәндәр. Улар йәнә 50 умарта күсе һатып алып, уларҙы ҡыш көндәрендә тотоу өсөн йылы бина – омшаник төҙөргә, техника һәм пенополиуретаннан умарта яһау өсөн формалар алырға планлаштыралар.

Эшҡыуар райондаштар тәҡдимен аныҡлап тикшергәндән һуң уларға “Агростартап” төбәк проектында ҡатнашыу өсөн ҡайһы документтарҙы йыйыу талап ителеүе тураһында ентекле аңлатылды.

Район биләмәһендә ауыл хужалығы продукттары етештереү менән шөғөлләнергә теләк белдереүсе яҡташтарҙың арта барыуы ҡыуаныслы.


Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: