САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар 2020, 13:20

Раштыуаға бағышлап

Ғинуарҙын етенсе кисе христиан динен тотоусы ватандаштарҙың оло байрамы – Раштыуа билдәһе менән үтте. Саҡмағоштоң үҙәк мәйҙанында ойошторолған байрам кисәһен асып, концертты алып барыусы район мәҙәниәт йорто директоры урынбаҫары Денис Мансуров йыйылыусыларҙы ҡотланы һәм изге теләктәр еткерҙе. Артабан үҙәк сәхнәлә район мәҙәниәт йорто һәм Йомаш ауыл мәҙәният йорттарының сәнғәт оҫталары һәм үҙешмәкәрҙәр сығыш яһаны. Тамашасылар был кистә Раштыуа тарихына арналған викторина һорауҙарына ла яуап биреп бүләктәргә эйә булдылар. Байрам кисенең илаһи хоҙурлығына, йәменә һоҡланыуҙан күңелдә тыуған рухи күтәренкелек менән дәртле бейеү көйҙәренә ҡар бурандары уйнатып, дәртләнеп бейеп, рәхәтләнеп күңел асты саҡмағоштар.
Читайте нас: