САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар 2020, 12:15

Ололарға – дан һәм хөрмәт

Мәҙәниәт-спорт комплексының дискотека залында ветерандар өсөн Яңы йыл бал-маскарады үткәрелде. Байрамға ғүмерҙәренең күп йылдарын райондың сәскә атыуы хаҡына бағышлаған өлкән йәштәге кешеләр йыйылды.
Матур кейенгән әбей-бабайҙарҙы район хакимиәте, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары вәкилдәре, мәҙәниәт йорто артистары ҡаршыланы. Карнавалда ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин ихлас тәбрикләне, уларға ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, оҙон ғүмер, Яңы йылдың тик яҡшылыҡтар ғына алып килеүен теләне. Башҡа ҡунаҡтарҙан да ветерандар исеменә күп йылы һүҙҙәр яңғыраны.
Әкиәт геройҙарынан башҡа ниндәй байрам инде ул?! Шыршы байрамы өлкәндәр өсөн ойошторолһа ла, уларҙан башҡа байрам ул ҡәҙәр күңелле килеп сыҡмаҫ ине. Үткән йыл хужаһы Дуңғыҙ ғәли йәнәптәре (Гүзәлиә Исламова) ветерандар менән ун ике йылға хушлашырға килде. Әкиәт персонаждары (Зөлфиә Якимова һәм Ирина Шәрипова) санала Яңы йыл хужаһы – һөйкөмлө Сысҡанды алып килде. Унан байрам барышын Ҡыш бабай (Рәфис Баҡыев) үҙ ҡулына алды. Ул Ҡарһылыу (Эльвира Шәйхетдинова) менән бергә, ҡунаҡтарҙы ла йәлеп итеп, бәйгеләрҙә ҡатнашты, баянға ҡушылып йырланы, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, бейене. Район мәҙәниәт йорто артистары һәм Балалар музыка мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр әбей-бабайҙарға бик матур концерт бүләк итте.
Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Роза Сабурова һәм Гөлназ Ханнанова байрамды ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп алып барҙы.
Читайте нас: