САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар 2020, 13:14

Балалар өсөн ысын байрам булды

Яңы йыл ялдары көндәрендә Саҡмағоштоң үҙәк майҙанында көндөҙге сәғәттәрҙә – балалар өсөн, кис өлкәндәр өсөн күңел асыу саралары күп ойошторолдо. Бишенсе ғинуарҙа төш ваҡытында кескәй саҡмағоштар өсөн 5 һанлы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы педагогтары асыҡ һауала уйындар ойошторҙо. Көндөң йылы булуы ла сараны үткәреүгә булышлыҡ итте. Кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре мәйҙанға күпләп йыйылды. Уларҙы Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙан тыш байтаҡ таныш әкиәт геройҙары ла ҡаршы алды. Күңелле Петрушка, Ҡар бабайҙар (арала хатта ғармунсы Ҡар Бабай ҙа бар ине!) барыһы ла Мескәй әбейҙең балалар өсөн байрамды үткәртергә теләмәй киреләнеүен изгелек, тәмле күстәнәс ярҙамында еңеп, күңелле уйындар ойошторҙолар.Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу бер генә кешене лә тәмле күстәнәсһеҙ ҡалдырманы. Кескәйҙәр дә, уларҙы майҙанға алып килгән өлкәндәр ҙә бөтә уйындарҙа ла бик теләп, әүҙем ҡатнаштылар.
Читайте нас: