САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар 2020, 11:10

Бәләкәстәргә – бүләк

Матвеев ауыл биләмәһенең Бардовка ауылы балалар баҡсаһында өҫтәмә ун урын асылды. Уға тиклем мәктәпкәсә учреждениеға ун ете малай һәм ҡыҙыкай йөрөй ине.
Мәктәп бинаһындағы ике бүлмәне тиҙ арала яҡшы сифатлы ремонтлағандар. Иркен һәм яҡты бүлмәлә балаларға рәхәтләнеп уйнар өсөн бөтә шарттарҙа тыуҙырылған. Ә икенсеһе йоҡо бүлмәһе итеп йыһазландырылған. Һыу һәм канализция үткәрелгән, яңы санузел төҙөлгән. Ремонтҡа барлоығы 992 мең һум аҡса тотонолған.
Баҡса мөдире Анна Никонова йыйылыусыларҙы шатлыҡлы ваҡиға менән ихлас ҡотланы, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр исеменән район һәм ауыл хакимиәттәр башлыҡтарына, мәғариф бүлегенә, ремонтсыларға, балалар баҡсаһын яңыртыуға өлөш индергән әихлас рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ ясле төркөмө асылыу тураһында күптән хыяллана инек. Мәктәп һәм баҡса эшләгәндә ауыл да йәшәйәсәк, – тине ул.
Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: