САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2020, 14:38

Каникулдар күңелле уҙа

Һеңрән ауылында Яңы йыл каникулдары күңелле уҙа. Һәр көндө Һеңрән ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Флира Камалова ойоштороуында балалар өсөн саф һауала төрлө уйындар, спорт ярыштары, тематик дискотекалар һәм конкурстар уҙғарыла. Ҡыҙҙар, малайҙар, хатта ата-әсәләре уйындарҙа һәм бәйгеләрҙә теләп ҡатнаша.
Шулай уҡ ауыл халҡы өсөн дискотека уҙғарыла. Киске сәғәт 8-ҙә башланған сараға ауыл егеттәре-ҡыҙҙары, ағайҙары-апайҙары, ҡунаҡҡа ҡайтыусылар килә. Улар рәхәтләнеп күңел аса, бейей.
Читайте нас: