САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2019, 17:12

Шыршы байрамында ҡатнаштылар

20 декабрҙә Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы Башлығының Шыршы байрамы үтте. Унда республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 780 уҡыусы килде. Улар – уҡыу алдынғылары, төрлө кимәлдәге предмет олимпиадалары, ижади һәм спорт бәйгеләре еңеүселәре һәм призерҙары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре ғәиләләрендә һәм әҙ тәьмин ителгән ғәиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар.

Мәртәбәле был байрамда Саҡмағош районынан да 5 уҡыусы ҡатнашты. Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбенән Радмир Таһиров, Тайнаш урта мәктәбенән Гөлсинә Яҡупова, Рәжәп урта мәктәбенән Светлана Хәмиҙуллина, Саҡмағош гимназияһынан Марсель Айытбаев, Туҙлыҡыуыш урта мәктәбенән Лиана Шәрипова бөтә республиканан килгән тиҫтерҙәре менән был байрам сиктәрендә үткәрелгән бөтә сараларҙа ҡатнашты, республиканың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашып улар менән истәлеккә фотоға төштө. Артистар, Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары балалар менән шыршы тирәләй әйләнеп йырҙар йырланы. Байрамда ҡатнашыусы балаларҙы Башҡортостан етәксеһе исеменән Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров ҡотланы. Яңы йыл сараһында “Ҡыш Бабайҙың тылсымлы циркы” тамашаһы күрһәтелде. Төбәктең төп байрамында ҡатнашыусы малайҙар һәм ҡыҙҙарға китап, йомшаҡ уйынсыҡ һәм татлы күстәнәстәр тапшырылды. Был сара һәр бала өсөн истәлекле, онотолмаҫ мизгелдәр һәм шатлыҡтар бүләк иткән байрам булды.
Читайте нас: