САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2019, 17:40

Балаларҙы шатландырып

Яңы йыл байрамынан һәр кайһыбыҙ мөғжиҙә, тылсымлы әкиәттәге кеүек иң ҡәҙерле хыялдарыбыҙҙың тормошҡа ашыуын көтәбеҙ. Шуға ла уны балалар айырыуса түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Кескәй саҡтарынан уҡ аяуһыҙ ауырыу менән көрәшергә мәжбүр булған малайҙарҙы-ҡыҙҙарҙы һөйөндөрөп, 27 декабрҙә район мәҙәниәт йортонда улар өсөн муниципаль район хәкимиәте башлығы шыршыһы байрамы үткәрелде. Байрам сараһына килеүсе балаларҙы хәкимиәт башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев Яңы йыл менән котланы, уларға ныҡлы сәләмәтлек, бөтә теләк-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләне һәм байрам бүләктәрен тапшырҙы.

Ә инде сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булыу сәбәпле тиҫтерҙәре менән көн дә күрешеп-аралашып тора һәм даими рәүештә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша алмаған малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн был байрам бигерәк тә шатлыҡлылыр, мөғайын. 28 декабрь көндө мәҙәниәт йортонда улар өсөн Башҡортостанда тыуып үҫкән күренекле балалар яҙыусыһы һәм меценат исемен йөрткән Аксаков шыршыһы үткәрелде. Был көндө тылһымлы Яңы йыл кисәһенә арналған байрамда муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев та ҡатнашып, балаларҙы көтөп алынған мөғжиҙәле байрам менән ҡотланы, уларға йылы теләктәр еткерҙе. Аксаков шыршыһында ҡатнашҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар ул тапшырған бүләктәргә бик тә һөйөндө.

Балалар ижад үҙәге коллективы әҙерләгән әкиәт тамашаһын был сараларға килгән балалар ҙур иғтибар менән ҡараны, тамаша геройҙарына улар үтенесе буйынса ысын күңелдәренән ярҙам итергә тырыштылар, әкиәттә яҡшылыҡтын еңеүенә ихлас һөйөндөләр.
Читайте нас: