САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2019, 18:52

Тылсымлы байрам

Һәр бала Яңы йыл килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Улар өсөн ул – сағыу, онотолмаҫ байрам. Кисә Ҡаҙыр урта мәктәбендә 1-5 кластар өсөн Яңы йыл иртәһе үтте. Сараны Ҡаҙыр урта мәктәбе директоры Зиләрә Басирова асып, барлыҡ уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән ҡотланы.
Арытабан башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлзифа Шәйхелисламова етәкселегендә әҙерләнгән Яңы йыл тамашаһы күрһәтелде. Күңел асыу программаларында һәр класс уҡыусыһы үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте: бейене, йырланы, шиғырь һөйләне. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнанылар, күчтәнәстәр алдылар.
Читайте нас: