САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2019, 12:50

Музейҙа экскурсияла булдыҡ

Тыуған яҡҡа мөхәббәт формалаштырыуҙа музейҙарға экскурсияға барыу ҙур роль уйнай. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн музей шәхестәрен формалаштырыу, уларҙы мәҙәни ҡиммәттәргә һәм традицияларға күнектереү сараһы булып тора. Үрге Йәркәйҙәге 2-се балалар баҡсаһының беренсе өлкән төркөмө ҡыҙҙары һәм малайҙары ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейында булды. Кескәйҙәр яҡташыбыҙҙың тормошо һәм һуғышсан юлы, унан һуңғы йылдарҙағы эшсәнлеге менән танышты. Балаларға “АН-2” самолетына ултырып ҡарау ҙа оҡшаны. Улар экскурсиянан күңелдәре булып, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар алып ҡайтты.
Гүзәл СӘЙЕТОВА, өлкән тәрбиәсе.

Читайте нас: