Кисә Илеш районының Торасы ауылында яңы модульле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡатнашып, объекттың әһәмиәтен билдәләп үтте, торасыларҙы яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән ҡотланы. ФАП кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған һәм барлыҡ заманса талаптарға тура килә. Бирелә үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡараусы фельдшер Ҡәҙриә Мәғдәнова эшләй.