Яңы йыл – һәр сабыйҙың көтөп алған, иң яратҡан байрамы. Үрге Йәркәйҙәге район мәҙәниәт һарайында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Кескәй принцтар һәм принцессалар өсөн бал» тип аталған Яңы йыл тамашаһы күрһәтелде. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡатнашып, изге теләктәрен юлланы. Байрамда Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йәнһүрәт геройҙары ҡатнашып, балалар менән вальс әйләнделәр