САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Декабрь 2019, 17:32

Көтөп алынған байрам

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында етем һәм ауыр тормош хәлендә тороп ҡалған балалар өсөн һәр йылды үткәрелә торған Яңы йыл байрамы уҙҙы. Тылсымлы әкиәт, йырҙар, күңелле бейеүҙәр һәм, әлбиттә, төп мөғжизә – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу менән осрашыуҙар – уларҙы балалар йыл буйы көттө.
Балаларҙы яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡотланы. Ул иң иҙге теләктәрен еткереп, сәләмәтлек, яхшы кәйеф, уҡыуҙарында уңыштар теләне. Байрам аҙағында барлыҡ балаларға күстәнәстәр таратылды.
Читайте нас: