САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Декабрь 2019, 18:21

Күп балалы ғәиләләргә — китапханасыларҙан бүләк

Күптән түгел Саҡмағош биләмә-ара үҙәк һәм балалар моделле китапханалары коллективы “Яңы йыл бүләктәре – күп балалы ғәиләләргә” шәфҡәтлелек акцияһын ойошторҙо. Уның барышында китапханасылар Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенеп, район үҙәгендә йәшәүсе ике күп балалы ғәилә ағзаларын Яңы йыл менән ҡотлап бүләктәр һәм матди ярҙам тапшырҙы. Был ғәиләләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар татлы күстәнәстәргә бик шатланды, әсәйҙәр китапханасыларға бик күп рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәр еткерҙеләр.
Читайте нас: