САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Декабрь 2019, 16:46

Хыялдар тормошҡа ашҡан саҡ...

Яңы йыл – һәр ҡайһыбыҙ өсөн иң яратҡан һәм тылсымлы байрамдарҙың береһе. Әлбиттә, балалар уны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Сөнки тап бына ошо байрамда иң мөғжиҙәле теләктәр һәм тәү ҡарашҡа бойомға ашмаҫтай булып тойолған хыялдар ҡабул була.

Әлбиттә, балаларҙың теләктәре төрлө... Кемдер бүләккә айфон, кемдер пульт менән идара ителә торған “текә машина” йәки ҙур ҡурсаҡ алырға теләй. Ә Саҡмағошта йәшәүсе кескәй ҡыҙ София Ҡыш бабайҙың уға синтезатор бүләк итеүен бик тә теләгән. Һәм ул үткән йылда, әле 2 синыфта уҡығанда, социаль хеҙмәткәр, оҙаҡ йылдар башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән Рәфиҙә Ғәтиәт ҡыҙы менән бергә ошо хыялы тураһында Ҡыш Бабайға хат яҙып, Бөйөк Устюг ҡалаһына юллаған. Сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, София бик матур йырлай, музыка ярата. Уның иң ҙур теләге – синтезаторда уйнарға өйрәнеү. Кескәй ҡыҙыҡайҙың әлегә нығынып та бөтә алмаған бармаҡтары менән ручка тотоп үҙе бик тә тырышып яҙған ошо хат, әлбиттә, адресатына барып еткән.

2019 йылдың декабрь айы башында Мәскәү ҡалаһынан Александр Вадимович һәм Наталья Алексеевна Бегаевтар Софияның уҡытыусыһы Рәфиҙә Ғәтиәт ҡыҙы менән бәйләнешкә инеп, уларға ошо хаттың тапшырылыуы һәм ҡыҙыҡайҙың үтенесен тормошҡа ашырырға теләүҙәре тураһында хәбәр итә.

Ошо көндәрҙә Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары әҙерләгән ошо бүләк беҙҙең Саҡмағошҡа килтереп ташырылды. Яңы йыл тылсымсыһының беҙҙең райондағы ярҙамсылары – Балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, “Изгелек территорияһы” автономиялы коммерциялы булмаған ойошмаһының начальник урынбаҫары Йәүит Хәбибуллин, социаль хеҙмәткәр Рәфиҙә Вәлиева, инвалидтар ойошмаһы рәйесе Гүҙәл Ғилуанова бүләкте тапшырырға тип София йәшәгән йортҡа ашыҡтылар. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу (китапхана хеҙмәткәрҙәре Ильмира Шафиҡова менән Эльнара Гусейнова) ҡыҙыҡайҙы Яңы йыл менән ҡотлап, ысын мәғәнәһендә байрам бүләк иттеләр: бергәләп йырҙар йырлап шыршы тирәләй әйләнделәр, шиғырҙар һөйләнеләр һәм әлбиттә инде, мөғжиҙәгә тиң бүләкте тапшырҙылар. Байрам шул ҡәҙәр күңелле үтте! Софияның шатлыҡ тулы күҙҙәрен һәм бәхетле йылмайыуын күреп өлкәндәр уның үҙенән дә нығыраҡ шатланды кеүек.

Был шәфҡәтлелек сараһында ҡатнашыусылар ошондай ҙур бүләк алып ебәргән алыҫ Мәскәүҙә йәшәүсе ябай ғаилә ағзалары – Бегаевтарҙы һәм Софияны татлы күстәнәстәр менән һөйөндөргән Иҫке Ҡалмаш ауылында урынлашҡан ЛАЭС ЛПДС «Чекмагуш» подразделениеһының нефтселәр коллективына ихлас рәхмәттәрен еткерә. Әйткәндәй, нефтселәр бындай татлы күстәнәстәрҙе байтаҡ әҙерләгән әле. Улар сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар ҡатнашлығында китапханала үтәсәк Шыршы байрамында ла таратыласаҡ.
Читайте нас: