САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Декабрь 2019, 13:21

Байрам кәйефе бүләк иттеләр

Был осорҙа районда Яңы йыл байрамы алды саралары күпләп ойошторола. Ошо көндәрҙә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә бала саҡтан уҡ тормош һынауҙары менән көрәшергә мәжбүр булган малайҙар ҡатнашлығында рыцарьҙар турниры үтте. Уны асып, спорт мәктәбе директоры Луиза Марсель кызы Абдрахманова сараға килеүселәрҙе яҡынлашып килеүсе байрам менән ҡотланы һәм спорт учреждениеһы, бында алып барылган секциялар эшсәнлеге менән таныштырҙы, турнирҙа уңыштар теләне. Мәктәптең тренер-уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре ике командага бүленеп етеҙлектә көс һынашыусы рыцарьҙар өсөн ҡыҙыклы спорт ярыштары үткәрҙе. Сарала ҡатнашҡан Ҡыш Бабай менән Карһылыу уларҙы хуплап, еңеүҙәргә дәртләндерде. Бәйге ике команда рыцарьҙарының да көстәре тигеҙ булыуын күрһәтте, турнирҙа дуҫлыҡ еңде.

Был көндө ярышҡа саҡырылған рыцарьҙар алдында “Сыңғыҙ” боксер клубы спортсылары, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары һәм Саҡмағош гимназияһында эшләп килгән “Ваше совершенство” фитнес клубы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Ҡыйыу рыцарьҙарҙы ҡотларға килгән тылһымсы Фея – “Космик” кинозалы администраторы Эльвина Яхина уларға шарҙар бүләк итеп, ҡылыс-шпагалар яһарға өйрәтте. Малайҙар турнирҙан яҡшы кәйеф менән таралышты, улар менән килгән әсәләре сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Әйткәндәй, сәламәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балалар өсөн Яңы йыл саралары бының менән тамамланмай әле. 28 декабрҙә уларҙы район мәдәниәт йортонда муниципаль район хәкимиәте башлығының Шыршы байрамында көтәләр.
Читайте нас: