САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Декабрь 2019, 13:39

Ауыл уңғандары

Тырыш механизаторҙар – хужалыҡтың таянысы
М.Горький ис. кооператив баҫыусылыҡты күтәреүгә, тармаҡты тотороҡло үҫтереүгә ныҡлы иғтибар биреп, уңыштарға ирешә. Әлбиттә, бында ер ҡәҙерен белгән ауыл уңғандарының фиҙаҡәр хеҙмәте ята. Һеҙ һүрәттә күргән (һулдан уңға) механизаторҙар Радик Абдуллин, Фирҙәүис Мөхәмәтов, Вилдан Йәғәфәров – ана шундайҙарҙан. Улар Ватан алдындағы изге бурыстарын үтәп ҡайтҡас, туған колхоздарында хеҙмәт юлын башлай һәм әлегәсә тырышып эшләй.
Радик Рафаил улы 20 йыл хеҙмәт стажына эйә булып, үҙе хеҙмәтләндергән «МТЗ-80» тракторы менән яҙғы сәсеүҙә, мал аҙығы хәҙерләүҙә, урып-йыйыуҙа актив ҡатнаша. Тыныс холоҡло, һәр ваҡыт ярҙамға әҙер тороусы алдынғы механизаторҙы иптәштәре лә хөрмәт итә.
Фирҙәүис Фәнис улы «ДОН-680» комбайнын хеҙмәтләндерә. Ул мал аҙығы хәҙерләүгә лайыҡлы өлөш индереп, ағымдағы йылда 200 гектарҙа – кукуруз, 5023 тонна йәшел масса урған.
Вилдан Ғәлиулла улы хужалыҡтың ныҡлы таянысы булып, һәр мөһим кампанияла актив ҡатнаша. Ағымдағы йылда һалам пресслауҙа, малдарға йәшел масса ташығанда өлгөрлөк күрһәткән. Ул үҙ техникаһын – “МТЗ-82” тракторын һәр ваҡыт төҙөк тоторға тырыша, ватылһа, тиҙ арала ремонтлап, бер тотҡарлыҡһыҙ эшләтә.
Кооператив алдынғыларының район Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә муниципаль район хакимиәтенең Дипломы менән бүләкләнеүҙәре – уларҙың тырышлығына ҙур баһа.
Читайте нас: