САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Декабрь 2019, 12:31

Йылды сираттағы еңеү менән тамамлап

Ошо көндәрҙә Өфө балалар филармонияһында балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр ижадының “Ижад осҡоно” I Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы үтте. Ул Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолдо. Бәйгенең маҡсаты – илдәге балалар мода театрҙарын табыу һәм уларға ярҙам итеү, талантлы оҫталарға үҙ эштәрен һөнәри жюри иғтибарына эффектлы итеп тәҡдим итеү мөмкинлеген булдырыу.

Мәртәбәле был конкурста беҙҙең район данын сираттағы тапҡыр Балалар ижад үҙәгендә өҫтәмә белем биреү педагогы Луиза Федрат ҡыҙы Мифтахова етәкселегендә эшләп килеүсе “Каприз” стиль һәм мода театры яҡланы. Коллектив был юлы ла бәйгенән еңеү менән – “Модалар театры” номинацияһында I дәрәжә Лауреат булып кайтты. Яңы йыл байрамы алдыннан ижад үҙәге коллективы өсөн дә ҙур бүләк булды был.

Еңеүселәребеҙҙе сираттағы бейек үрҙе яулауҙары менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади уңыштар һәм мәртәбәле, ҡыҙыҡлы бәйгеләрҙә шулай әүҙем ҡатнашып, еңеүле урындар алып ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Гөлназ Вилданова,

Балалар ижад үҙәге методисы.
Читайте нас: