САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Декабрь 2019, 16:54

Тылсымлы байрам алдыннан

Районда олоһо-кесеһе түҙемһеҙлек менән көтөп алған Яңы йыл байрамына әҙерлек тулы ҡеүәттә бара. Был тылсымлы кис етергә һанаулы ғына көндәр ҡалды инде. Шуға ла байрам алдынан бөтәбеҙ ҙә яҡшы кәйеф менән, күңелле мәшәҡәттәрҙә “ҡайнайбыҙ”, тирә-яҡты биҙәйбеҙ. Аблай мәҙәниәт йорто ла был көндәрҙә әкиәт ҡаласығына әйләнде. Уның тәҙрәләрен Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу ғына түгел, бейеүсе парҙар, шыршы уйынсыҡтары, әкиәт герйҙары ла биҙәй. Әлбиттә, түрҙә йыл хужаһы – Күҫе һындары урынлаштырылды. Бейеү залы ла байрамса ҡупшыланды – бында төрлө төслө уттарын балҡытып шыршы йәм биреп тора. Мәҙәниәт йорто ғына түгел, уның ҡаршындағы майҙансыҡ та бик матур әкиәт ҡаласығына әүерелде. Беҙ бындай матурлыҡ булдырырға ярҙам иткән ауылдаштарға айрыуса рәхмәтлебеҙ. 28 декабрҙә бөтә ауыл халҡын “Яңы йыл – тылсымлы байрам” тамашаһында көтәбеҙ.
Лида Шәйәхмәтова.
Читайте нас: