САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Декабрь 2019, 11:42

Туған мәктәпкә бүләк дөйөмдәүләт проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә

Күптән түгел Иҫке Бәшир урта мәктәбендә был уҡыу йорто өсөн генә түгел, ғомумән, райондың мәғәриф өлкәһе өсөн айырыуса мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиға булды. Бында замандың һуңғы талаптарына яуап бирә торған өр-яңы уҡыу класы – технология кабинеты асылды. Үҫеп килеүсе быуын өсөн һөнәри йүнәлеш билдәләүдә яңы мөмкинлектәр асҡан был кабинет Өфө ҡала округы хәкимиәте Башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафиндың тәҡдиме менән булдырылды. Юғары вазифала хеҙмәт һалыусы яҡташыбыҙҙың туған мәктәбендә йыһаҙланған әлеге өҫтәмә белем биреү класы – “Мәғәриф” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендәге “Һәр баланың уңышы” федераль проектын беҙҙең районда ла тормошҡа ашырыуҙың асыҡ сағылышы.

Синыф бүлмәһе заманса тегеү һәм оверлок машиналары менән йыһазланған, утюгтар, манекендар алынған. Уңайлы эш урындарында яңы йыһазҙарҙа эшләргә өйрәнеү бында белем алыусы уҡыусыларға кейем өлгөләрен киҫеү-тегеү һөнәре нигеҙҙәрен үҙләштерергә ярҙам итәсәк.

Был мәктәп –район уҡыусылары ла ошо һөнәргә өйрәнеү мөмкин булған беренме объект. Улай ғына ла түгел, уҡыу йорто Өфө технология һәм дизайн колледжы менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Һөнәри йүнәлеш биреү эшсәнлеген ойоштороу сиктәрендә колледж педагогтары бөтә район уҡыусылары өсөн дәрестәр, мастер-класстар, тренингтар, асыҡ дәрестәр үткәрер тип планлаштырыла.

Ауыл һәм мәктәп өсөн тарихи ваҡиға булған яңы технология кабинетын асыу тантанаһында Өфө ҡала округы хәкимиәте башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафин, уның ярҙамсыһы Ирек Абзал улы Ниғмәтуллин, муниципаль район хәкимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев, Өфө технология һәм дизайн колледжы директоры Леонид Иванович Васильев, уның уҡытыу-етештереү эшсәнлеге буйынса урынбаҫары Ольга Андреевна Нургалиева, муниципаль район хәкимиәтенең мәғәриф бүлеге начальнигы Мәнзүрә Йәүҙәт ҡыҙы Нәбиева, Бәшир ауыл Советы ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Марсель Хәдит улы Хәсәнов, Өлфәт Мансур улының әсәһе Миләүшә Мөхәммәтшәриф ҡыҙы Мостафина һәм уҡытыусы-ветеран Миләүшә Нурғәли ҡыҙы Ғилметдинова ҡатнашты.
Читайте нас: