САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Декабрь 2019, 18:05

Өмөт бүләк итәйек

Шишмәкәй балалар баҡсаһы һәм филиалы коллективы, шулай уҡ ата-әсәләре Саҡмағош приютына ярҙам күрһәтеү маҡсатында «Балалар йөрәген йылытайыҡ» акцияһын ойошторҙо. Матур йолаға әерелгән был сарала барлыҡ тәрбиәселәр һәм уларҙың ярҙамсылары, ашнаҡсылар, хужалыҡ мөдире, ата-әсәләр ҡатнашты.
Приютта тәрбиәләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн татлы Яңы йыл күстәнәстәре, мәктәп кәрәк-ярағы, китап һәм уйынсыҡтар йыйып, баҡса хеҙмәткәрҙәре З. Шәйбәкова, А.Ғәниева һәм төп иғәнәсе – баҡсала тәрбиәләнеүсебеҙҙең ата-әсәләре әкиәт геройҙары булып кейенеп, күстәнәстәр илтергә барҙы.
Балалар менән уйнаҙан, әйлән-бәйлән әйләнгән саҡта залда ябай балмаған йылылыҡ хөкөм һөрҙө. Уларға наҙ, иғтибар, хәстәрлек бүләк итеү бик кәрәкле эш икән.
Етем балаларға ярҙам итеп һәм яҙмыштарында ҡатнашып, уларға тулы ҡиммәтле һәм бәхетле тормошҡа ышаныс тыуҙырыу һәр кем өсөн мөһим.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: