Республикабыҙ башҡалаһында төбәк-ара «Йырау» бәйгеһе үтте. Конкурста районыбыҙҙан Мәмәк ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Рида Минһажева ла ҡатнашты. Ул ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөмлөлөгөн, уңғанлығын сағылдырған башҡорт халыҡ йыры «Һылыу ҡыҙҙар» һәм үҙе ижад иткән йыр тәҡдим итте.
–«Юлдаш» радиоһына үҙем башкорт телендә башҡарған ике йыр ебәргәйнем. Көтмәгәндә бәйгелә ҡатнашырға саҡырыу алдым, – ти Рида ханым.
Уға алда ла йыр-моң тулҡынында ҡалып, яңы ижади уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ!