САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2019, 18:34

Марсель менән ғорурланабыҙ

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡыусыларына Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты Дипломдары тапшырыу тантанаһы булды.
Республикала күптән һәләтле балалар һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү системаһы барлыҡҡа килде һәм уңышлы эшләп килә. 1999 йылдан башлап айырыуса һәләтле уҡыусылар һәм студенттарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһы тәғәйенләнә. Ошо осорҙа меңдән артыҡ егет һәм ҡыҙ, шул иҫәптән биш йөҙҙән күберәк уҡыусы, ошо абруйлы стипендияны алды.
Кушнаренко балалар музыка мәктәбенең алтынсы синыф уҡыусыһы Марсель Ҡазыханов иң яҡшыларҙың берһе тип табылды һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булды.
Марселде һәм уның уҡытыусыһы Фиҙрат Ибәковты лайыҡлы бүләк менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: