САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2019, 18:30

Грантҡа лайыҡ булдылар

Ағымдағы йылдың июнендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың «Ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында» указы баҫылған ине. Грант билдәләү конкурс нигеҙендә һайлап алыу юлы менән ғәмәлгә ашырылды.
Конкурста ҡатнашыуға ауыл мәктәптәренән 200 педагог теләк белдерҙе. Унда утыҙ биш йәшкә ҡәҙәрге Рәсәй Федерацияһы граждандары һәм республикала даими йәшәүсе уҡытыусылар ҡатнаша ала. Төп талаптар – ауыл мәктәбендә ике йылдан да кәм булмаған педагогик стаж һәм бер тариф ставкаһынан да кәм булмаған, шул уҡ ваҡытта ауылдағы халыҡ һаны 10 мең кешенән артмаҫҡа тейеш. Һәр бәйгесе үҙ проектын тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә эксперт комиссияһы йөҙ еңеүсене һайлап алды. Грант күләме 600 мең һум тәшкил итте.
Республиканың иң яҡшы йөҙ йәш педагогы араһында дүртеһе беҙҙең райондан булыуы һөйөндөрә. Улар – 1-се урта мәктәптән Регина Вәлиева һәм Айгөл Мөхәммәтйәнова, Ҡарасайылға урта мәктәбенән Гөлназ Ғәбделхаҡова һәм Илек мәктәбенән Гөлназ Шәңгәрәева.
Яҡташтарыбыҙҙы ихлас күнелдән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: