САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2019, 18:18

Беҙҙен ҡыҙҙар – ин яҡшылар рәтендә

Республикабыҙ башҡалаһында үткән нәфис гимнастика буйынса «Башҡортотан йәшлеге» асыҡ чемпионатына илебеҙҙең туғыҙ төбәгенән алты йөҙ самаһы спортсы килде. Уның һөҙөмтәләре буйынса республика йыйылма командаһы тупланасаҡ.
Гүзәлдәр һәм нәфистәр бәйгеһендә Кушнаренко балалар спорт мәктәбенән тренер-уҡытыусы Любовь Шәрәфетдинова етәкселегендәге гимнасткалар лайыҡлы сығыш яһаны.
Милана Троицкая, Рената Ғәлиева, Азалия Мостафина, Нигина Сәфәрова, Амелия Бәҙретдинова һәм Азалия Михайлованан торған беҙҙең команда төркөмдәр сығышында бишенсе һөҙөмтә күрһәтте.
Риана Нурҡаева шәхси беренселектә ун икенсе урынды алды. Карина Хәйфуллина, спорт мастерҙары программаһы буйынса сығыш яһап, бронза миҙалға лайыҡ булды. Виктория Спиридонова спорт мастерлығына кандидаттар араһында – етенсе.
Ҡыҙҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ирешелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмауҙарын теләйбеҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.

Читайте нас: