САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2019, 14:00

Заман менән бергә

Республикала 2014 йылдан алып ауыл клубтары базаһында күп функциялы мәҙәни үҙәктәр булдырыу проекты тормошҡа ашырыла. үҙәге асылды. Ошо көндәрҙә Ишҡар ауылында шатлыҡлы ваҡиға булды: бында районда өсөнсө күп функциялы мәҙәниәт
Күп функциялы мәҙәни үҙәкте асыу уңайынан байрам тантанаһы ойошторолоп, унда муниципаль район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, мәғлүмәти-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлек начальниғы Р.Нуретдинов, «Илеш районы мәҙәниәт бүлеге» МБУ начальнигы урынбаҫары З.Әхмәтова, Ишҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Г.Шакиров, ауыл халҡы ҡатнашты.
-Мәҙәниәт усағының гөрләп эшләүе – ҙур һөйөнөс. Милләтебеҙҙең гөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын һаҡлайбыҙ. Киләсәктә дә әлеге йүнәлештә саралар дауам итәр, тигән ышаныста ҡаламын, – тип Рәмил Кәүсәр улы ишҡарҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм Ишҡар ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Лена Ғәлиеваға сертификат тапшырҙы.
Лена Шәрифулла ҡыҙы мәҙәниәт йорто эшсәнлеге менән таныштырып үткәндән һуң, республика Хөкүмәтенә, муниципаль район хакимиәтенә ярҙам иткәндәре өсөн, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Байрамға килеүселәр фойела Фридә Хәсәнованың, Флиҙә Шәйҙуллинаның, Тәслимә Хәбибуллинаның Карина Мөғәфәрованың ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмә менән танышты, Ишҡар мәҙәниәт йорто янында эшләп килеүсе, республика, район конкурстарында актив ҡатнашыусы – «Балҡыш» халыҡ фольклор ансамбле сығыштарын ҡараны.
Читайте нас: