САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2019, 13:43

Еңеүселәр билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына бағышланған район ойошма-предприятиелары, учреждениелары, ауыл Советы ауыл биләмәләре үҙешсмәкәр коллективтары араһында «Ғәзиз тыуған ерем» тип исемләнгән фестиваль-марафон тамамланды.
Район мәҙәниәт һарайында Гала-концерт үтеп, унда еңеүселәр билдәләнде. Әлбиттә, жюри комиссияһына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдәрҙән булманы. Ойошма-предприятие, учреждениелар араһында беренсе – район үҙәк дауаханаһы, икенсе – «Мәғариф идаралығы» МКУ, өсөнсө урын Башҡорт аграр-технология коллективтарына бирелде. Ауыл советы ауыл биләмәләре араһында беренсе – Ҡаҙыр ауыл Советы ауыл биләмәһе, икенсе – Ябалаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе, өсөнсө урынға Рсай ауыл Советы ауыл биләмәһе лайыҡ булды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотланы һәм еңеүселәргә Диплом, сертификат тапшырҙы.
Читайте нас: