САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2019, 11:12

Саҡмағош ауыл биләмәһе – еңеүсе!


12 декабрҙә Саҡмағош район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллығына арнап үткәрелгән халыҡ ижады коллективтары фестиваленең йомғаҡлау концерты үтте. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә үткән был Гала-концертты асып сығыш яһаған муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев залдағыларҙы был дәүләт байрамы менән ҡотланы һәм район бәйгеһендә әүҙем ҡатнашҡан үҙешмәкәрҙәргә, ауыл биләмәләре хәкимиәттәре һәм ойошма-предприятиелар етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ижади бәйге йомғаҡтары буйынса еңеүсе тип Саҡмағош ауыл биләмәһе иғлан ителде. Тоҙлыҡыуыш һәм Йомаш ауыл Советтары – икенсе, Имәнлеҡул һәм Рапат ауыл биләмәләре өсөнсө урындарҙы яуланы.

Номинациялар буйынса ла еңеүселәр билдәләнде.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: