САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2019, 10:59

“Ҡояшҡай” Яңы йыл байрамына әҙер

Яңы йыл байрамы – балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә тылсымлы әкиәт осоро ул. Ул олоһо-кесеһе күңелен байрам һәм сихри әкиәт рухы менән арбай. Уны балалар айырыуса түҙемһеҙлек менән көтөп ала.


Шуға ла Саҡмағоштағы “Ҡояшҡай” 6-сы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл алды моғжизаһын булдырыу өсөн бөтә көстәрен һәм фантазияларын һалып, баҡсала әкиәт мөхитен тыуҙырҙы. Иртән бында килеүсе балаларҙы Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу, биҙәлгән шыршы гирляндаларының төҫлө уттары менән балҡып ҡаршы ала. Баҡсала тәрбиәләнеүсе кеҫкәйҙәрҙе шулай уҡ “Ребята, давайте жить дружно!” мультфильмы геройҙары – киләһе яңы йылдың хужалары буласаҡ сысҡандар һәм уларҙың дуҫы Леопольд бесәй та көтөп тора. Ә инде баҡсаның бинаһын һәр ҡайһыбыҙға баласаҡтан уҡ таныш булған Яңы йыл открыткаһы һүрәтләнгән баннер биҙәп тора.


Кескәйҙәр ошондай матур баҡсаларына һөйөнөп, яҡшы кәйеф менән килә. Ә инде атай-әсәйҙәр бындай матурлыҡ булдырып һәм моғжизалы байрам алдыннан йәмле бала саҡ хәтирәләрен бүләк итеп, тылсым донъяһына сәйәхәт ойошторған өсөн “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы коллективына бик тә рәхмәтле.


Мәғлүмәт һәм фотолар сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.


Читайте нас: