САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2019, 14:33

Ин мөһим мәсьәлә

Кешеләрҙе урындағы үҙидара процесстарына йәлеп итеү, урындарҙа күрһәтелеүсе социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, муниципаль ҡоролоштарҙағы иң әһәмиәтле проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын ғәмәлгә ашыра.
Иҫке Ғүмәр ауыл биләмәһенең шул уҡ исемдәге ауылында граждандар йыйылышы үтте. Көн тәртибенә әлеге программала ҡатнашыу мәсьәләһе сығарылды.
Биләмә башлығы Рәсил Сәлимуллин проектта ҡатнашыу өсөн һайлап алыу конкурсында төп шарттарҙы үтәгән торлаҡ пункттар еңәсәген билдәләне. Иң мөһиме – халыҡтың уны әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыуы, кешеләр, урындағы бюджет һәм иғәнәселәрҙең өлөшләтә финанслауы. Аҡсалата өлөш индереү халыҡтың программаның үтәлеүендә ҡыҙыҡһынғанлығын күрһәтә һәм һөҙөмтәләр өсөн яуаплылыҡ йөкмәтә.
Йыйылышҡа ҡәҙәр ауылдың беренсе сиратта хәл ителергә тейешле мәсьәләһен асыҡлау буйынса анкета үткәрелде. Ауылдаштар бер тауыштан һыу үткәргесте ремонтлау проекты менән ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул иттеләр.
«Флоэма-Агро» йәмғиәте – 50 мең, шәхси эшҡыуарҙар Ландыш Вәлиуллина һәм Дамира Лоҡманова бишәр мең һум ярҙам күрһәтергә булдылар.
Йыйылышта башлап йөрөүселәр төркөмө һайланды.
Читайте нас: