САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2019, 14:35

Иң яҡшы ауыл клубы

Хәбәр итеүебеҙсә, «XXI быуат КЛУБогы» республика конкурсында беҙҙең райондан Иҫке Туҡмаҡлы мәҙәниәт йорто ҡатнашты.
Ул клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениелары эшсәнлеген дәртләндереү, халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын камиллаштырыу, мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелде.
Иҫке Туҡмаҡлы мәҙәниәт йорто башта конкурс комиссияһына үҙ эшсәнлеге тураһнда презентация тәҡдим итте. Унан комиссия ағзалары үҙҙәре ауылға килеп һәүәҫкәр артистарҙың ижады менән танышты.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Иҫке Туҡмаҡлы мәҙәниәт йорто республикала иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто тип табылды.
Мәҙәни ойоштороусы Ирина Әйүпованы һәм уның командаһын еңеү менән тәбрикләйбеҙ, яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!
Беҙҙен хәбәрсе
Читайте нас: