Физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм ветерандар араһында традицион спорт фестивале үтте. Уның программаһына урындан оҙонлоҡҡа һикереү, кәрзингә баскетбол тубы ырғытыу, салҡан ятып кәүҙәңде иҙәндән күтәреү (ирҙәр өсөн – арҡыры турникта күтәрелеү), дартс, шашка, йүгереү индерелгән ине. Спорт фестивалендә райондың көмөш волонтерҙары ла ҡатнашты. көмөш волонтер Тәҡсил Ғәниев барыһына ла музыкаль бүләк яһаны.