Ошо көндәрҙә Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе уҙған, унда Башҡортостан эшҡыуарҙары ла ҡатнашҡан. Улар күргәҙмәгә бал, ҡымыҙ, игенселек продукттары һәм дөгө майы алып килгән.
Абу-Даби короле ғаиләһе ағзалары, шәйехтәр Мансур ибн Зайд Аль Нахайян һәм Нахайян бен Мубарак Аль Нахайян беҙҙең стенд янында башҡорт балын тәмләп ҡараған һәм уға хайран ҡалған, тиҙәр.
Күргәҙмә эше йомғаҡтары буйынса компаниялар Фарсы ҡултығы илдәренә бал һәм умартасылыҡ продукттары оҙатыу тураһында һөйләшеп килешкән. Әйткәндәй, эшҡыуарҙарҙың күргәҙмәлә ҡатнашыу буйынса сығымдарын милли проекттар сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге түләгән. Компаниялар үҙҙәренең вәкилдәренең командировка сығымдарын ғына ҡаплаған.