САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2019, 13:05

Уңыштар гел юлдаш булһын

Саҡмағош Балалар ижад үҙәгенең педагог Луиза Федрат ҡыҡы Мифтахова етәкселек иткән “Каприз” стиль һәм мода студияһында шөғөлләнеүсе уҡыусылар өсөн был осор айырыуса уңышлы булды. Күптән түгел коллектив Өфәлә үткән ике ҙур бәйгелә еңеү яулап ҡайтҡан ине. Һәм йәнә шатлыҡлы хәбәр килеп иреште.

8 декабрьдә яшь райондаштарыбыҙ “Наследие” фестиваль үҙәге үткәргән Халыҡ-ара “Зәңгәр Роза” (“Синяя Роза”) фестиваль-конкурсында тағы ла үҙ көсөн һынап ҡараны. “Ағиҙелдең кристалл балҡышы” коллекцияһы менән “Модалар театры” номинацияһында сығыш яһап, студияла шөғөлләнеүсе йәш модельерҙар II урынды яулауға иреште һәм шул уҡ дәрәжәләге Диплом менән бүләкләнде.

Бынан тыш, Балалар ижат үҙәгенең педагог Гөлнара Шәйхәйдәр ҡыҙы Тит етәкселек иткән “Поклонники Терпсихоры” берләшмәһендә бейеү сәнғәте серҙәренә төшөнгән йәш райондаштарыбыҙ ҙа ошо уҡ фестиваль-конкурста ҡатнашып, шатлыҡлы уңышҡа иреште. Сәхнә-халыҡ бейеүе номинацияһында “Шишмә буйында” хореографик номеры менән сығыш яһаған коллективтың башҡарыу оҫталығы призлы урын менән баһаланды. Йәш бейеүселәр дә призлы II урынға сыҡты һәм шул уҡ дәрәжәләге Диплом менән бүләкләнде.
Читайте нас: