САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2019, 18:05

Башҡорт теле көненә арнап

Билдәле булуынса, 14 декабрҙә тоташ республикала Башҡорт теле көнө үтте. Был көнгә арнап беҙҙең районда ла байтаҡ саралар ойошторолдо.

Башҡорт теле көнөндә Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә билдәле мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған сәнғәтле итеп шиғыр уҡыусыларҙың район кимәлендәге конкурсы үткәрелде.

Район үҙәк биләмә-ара һәм балалар моделле китапханаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә арналған күп төрлө мәҙәни-ағартыу саралары ойошторолдо. Үҙәк китапханала үткән “Бөйөк мәғрифәтсе һәм аҡыл эйәһе Мифтахетдин Аҡмулла” тип исемләнгән кисә-портретта Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 8 синыф уҡыусылары ҡатнашты. Кисә барышында улар шағир, халыҡ илсеһе һәм сәсәндең тормош тарихы һәм ижады менән таныштылар, уның шиғырҙарын уҡынылар, мәғрифәтсе тураһындағы документаль фильмдарҙан өҙөктәр ҡаранылар.

Балалар моделле китапханаһында иһә Саҡмағош гимназияһының 7 класс уҡыусылары өсөн “Халыҡ күңелендә ҡалған моң” тип исемләнгән әҙәби сәғәт үтте.

Китапханаларҙағы саралар башҡорт телен республиканың дәүләт теле һәм был төйәктә йәшәүсе халыҡтарҙың дөйөм мираҫы булараҡ үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелде.
Р.Арыҫланова әҙерләне.



Читайте нас: