САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2019, 18:33

Матур ғүмер юлы үтелгән

Районда ветерандарҙы, тыл хеҙмәткәрҙәрен һәм оҙон ғүмер кисереүсе өлкән йәштәге яҡташтарҙы юбилейҙары менән ҡотлау күркәм ғәҙәткә әүерелде. Был хөрмәтле ағай-апайҙар лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үтеп, район иҡтисады үҫешенә ҙур шәхси өлөштәрен индергәндәр.

Саҡмағош районындағы Йомаш ауыл биләмәһенә ҡараған Макаровка ауылында йәшәүсе Леонид Тихонович Соколов та – шундай хөрмәтле өлкәндәрҙең береһе. Ошо көндәрҙә ул иҫтәлекле ғүмер байрамын билдәләй. Уны 90 йәшлек юбилейы менән ауыл биләмәһенең хәкимиәт башлығы Р.Х.Сәлимгәрәева, йәштәр эштәре буйынса белгес Э.Р.Әхмәтшина һәм урындағы “Базы” хужалыгы вәкиле Г.С.Тимофеев йортына барып ҡотланы. Улар юбилярҙы тәбрикләп изге теләктәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт һуҙҙәрен еткерҙеләр.

Тыуған көнөн билдәләүсе ветерандың ғаиләһе лә өлгө алырлыҡ. Ғумер юлдашы Анна Ивановна менән улар 6 балаға тормош бүләк итеп, яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Өлкәндәр бөгөн балаларының һәм 13 ейән-ейәнсәр менән 14 бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәйҙәр.

Э.Әхмәтшина,

Йәштәр эштәре буйынса белгес.
Читайте нас: