САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2019, 18:28

“Агростартап” программаһы – йәш эшҡыуарҙарға ярҙам өсөн

Ғәҙәттәгесә, кесаҙна көндө муниципаль район хәкимиәтендә был аҙнала ла Эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте. Уның барышында бер проект ҡаралды. Тәҡдим менән килгән килгән йәш райондашыбыҙ бәшмәк үҫтереп һатыу буйынса үҙ эшен асыу ниәте менән уртаҡлашты. Был проектты бойомға ашырыу өсөн уға йорт подвалын реконструкциялап, тейешле йыһазҙар алырға кәрәк буласаҡ. Буласаҡ эшҡыуар был маҡсатта “Агростартап” программаһы буйынса грант алыу өсөн конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашкан район етәкселәре уға был төбәк проектында ҡатнышыу һәм дәүләт ярҙамын алыу өсөн үтәлергә тейешле шарттар тураһында ентекләп аңлаттылар.


Р.Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район сайты.



Читайте нас: