САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2019, 13:36

Йәшел шыршы уттарын ҡабыҙҙы

Үрге Йәркәйҙәге үҙәк майҙанда йәшел ҡупшыҡай биҙәлеп, уның уттарын, гирляндаларын ҡабыҙыу уңайынан сара үтте. Үҙәк шыршы янына бала-сағаһынан алып, ололарға ҡәҙәр йыйылғайны, майҙан гөрләп торҙо. Ҡышҡы осорҙа бында балалар өҙөлмәй ҙә, иң яратҡан урындарҙың береһенә әйләнә. Ә шыршы уттарын яндырыу минуттары улар өсөн айырыуса байрам рухы өҫтәп, күңелдәрендә тороп ҡаласаҡ. Был миҙгелдәрҙе онотолмаҫлык итәр өсөн район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, үзешсән сәнғәт оҫталары моңлы йырҙарын тәҡдим итте. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәйертдинов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Уйындар ҙа ойошторолоп, унда халыҡ актив ҡатнашты, иркенләп күңел асты.
Читайте нас: