САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2019, 13:47

Кешелэргэ бер йылы һүҙ етә

Ул район үҙәгенең Йылға аръяғы урамында тыуып үҫә. Ете йәшендә мәктәп буҫағаһын атлап инә. Һигеҙенсе синыфта ауырыуы көсәйеп китә, егет ҡултыҡ таяҡтары ярҙамында йөрөй башлай. Аттестат алғандан һуң Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының бухгалтерлык бүлегенә уҡырға инә.


Яуыз сир үҙенекен итә – яңы быуатҡа аяҡ баҫҡанда Рәмил инвалид коляскаһына ултыра. Ләкин уның рухы һынмай, киләсәккә өмөтө һүрелмәй. 2004 йылда Рәмил Татьяна менән ғаилә ҡора. Улдары тыуа. Уға Роберт тип исем ҡушалар. Хәҙер малай өсөнсө синыфта уҡый.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат бирелгәс, ғаилә Иҫке Ҡормаш ауылында йорт һатып ала. Уны ремонтларға шаҡтай көс һәм аҡса талап ителә. Шул саҡта техникумдағы курсташы Зәки Солтанәхмәтов ситтә ҡалмай. Уның ярҙамы һөҙөмтәһендә йорттоң түбәһен, иҙәндәрен яңырталар, тәҙрәләр ҡуялар, электр үткәргесте алыштыралар йылылыҡ, һыу индерәләр, канализация яһайҙар.
Ауыл биләмәһе башлығы Фларит Ғирфанов үҙ аҡсаһына йортҡа инеү өсөн ағастан пандус яһай.
Дәүләтшиндар йортонда йылы, яҡты, уңайлы – хужалар һөйөнөп бөтә алмай. Октябрҙә «Газпром межрегионгаз Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Әхмәтшин һәм уның урынбаҫары Альберт Лоҡманов күтәрткес алыуға аҡса бирҙеләр.
– Бағымсыларға изгелектәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Әйләнә-тирәбеҙҙә яҡшы кешеләр күп, ярҙам итәләр. Зәки Солтанәхмәтов, инвалидтарҙың район йәмғиәте рәисе Риф Хажипов даими килеп хәлебеҙҙе белеп торалар. Хоҙайҙан Рәмилгә оҙон ғүмер, ғаиләбеҙгә именлек теләйем, – ти Татьяна.
Читайте нас: