САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2019, 14:28

Ғәилә менән бергәләп

Ғәилә – һәр кеше тормышында иң ҙур урын алып тора торған иң мөһим төшөнсә. “Ғәилә” тигәндә иң ауыр ваҡыттарҙа ярҙамға ашыҡҡан, һәр ваҡыт хәҫтәрлек күргән иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрҙең образдары күҙ алдына килеп баҫа. Туған йорт, ғәилә – ул бер нимәгә лә ҡарамай алға барырға көс һәм өмөт биргән иң ғәзиз урын. Тап бына ошондай яҡын кешеләре араһында баланың киләсәккә йүнәлеше билдәләнә, шул иҫәптән сәләмәт тормош рәүешенә ынтылыу ҙа ғәиләлә тәрбиәләнә. Шуға ла, атай һәм әсәйҙәрҙең балалары менән мөмкин ҡәҙәр күберәк ваҡытты бергә үткәреүе, өлгө булуы мөһим. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, күптән түгел Саҡмағош гимназияһында “Ғәилә ялы” сараһы ойошторолдо. “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” тип исемләнгән был сарала Вәкиловтар, Иҡсановтар, Сәләховтар һәм Фәсхетдиновтар ҡатнашты.

Командалар ҡыҙыҡлы, әммә бик үк ябай булмаған конкурстарҙа үҙ көстәрен һынаны. Улар — торған урындан алыҫҡа һикереү, дартс, баскетбол тубын кәрзингә ырғытыу, эстафета һәм интеллектуаль тайм-аут булды. Һәр ғәилә командаһы был ярыштарҙа спорт оҫталығын ғына түгел, викторина һорауҙарына яуап биреп, был өлкәдәге белемдәрен дә күрһәтә алды.

Көйәрмәндәр ярыштарҙы күҙәтеп, командаларҙы хуплап торҙо. Бәйге бер тында тиерлек үтте. Конкурстар һөҙөмтәләре буйынса Иҡсановтар ғәиләһе еңеүсе булды. Икенсе урынды Сәләховтар яуланы, өсөнсө урынды бер үк кимәлдәге баллдар йыйған Вәкиловтар һәм Фәсхетдиновтар бүлеште.

Ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.
Сайтҡа Р.Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Саҡмағош гимназияһы сайты.
Читайте нас: